
Бөгөн Рәсәйҙә инженер ғәскәрҙәр ойошторолоуға 320 йыл тулды
Күләмле дата уңайынан Шишмә районы Ҡара Яҡуп ауылында хәрби-тактик уҡыуҙар үтте. Йылға аша етмеш метр арауыҡта понтон күпер һалынды. Үҙәк Хәрби округ составына ингән 12-се айырым гвардия инженер бригадаһының һөнәри оҫталығын БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина ла күҙәтте.
Дошман күктән һөжүм итеп, күперҙе шартлатты. Дим йылғаһы аша хәбри техника менән үтерлек түгел. Тактик-махсус уҡыуҙар сценарийы буйынса инженер ғәскәрҙәргә понтон ҡоролма һалырға кәрәк.
Боҙҙо шартлатҡандан һуң, йылыу барлыҡҡа килде. Участкала алтмыш тонна йөк күтәрерлек күпер һалына башланы. Ваҡыт һанаулы ғына, шуға күрә был эшкә ике тиҫтәнән ашыу һалдат йәлеп ителде.
Понтон күпер төҙөлөшө барғанда, яр буйына ҡарауыл ҡуйылды. Тынлыҡ оҙаҡҡа һуҙылманы. Террорсылар яңынан
. Читать на bash.news
